Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2022, 13:57

Башҡортостан уҡыусылары үҙ теләге менән коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин

«Әлеге ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһарға теләгән уҡыусылар һаны буйынса мониторинг үткәрелә (ата-әсәнең йәки башҡа законлы вәкилдең яҙма ғаризаһы булған осраҡта), ләкин ҡабатлап әйтәбеҙ: теләк буйынса ғына», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.

Башҡортостан уҡыусылары үҙ теләге менән коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин
Башҡортостан уҡыусылары үҙ теләге менән коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин

Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, прививка яһатмаған балаларҙы бер кем дә уҡыуҙан ситләтмәй. Бының өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 ноябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар өсөн коронавирусҡа ҡаршы «Спутник М» вакцинаһын теркәне. Препарат ике компоненттан тора. Прививка 12 йәше тулған балаларға эшләнә. 12-15 йәшлек балалар өсөн вакцинацияға — ата-әсәләрҙең, ә 15 йәше тулғандарға үҙҙәренең яҙма ризалығы кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-15/shkolniki-bashkirii-smogut-vaktsinirovatsya-ot-covid-19-na-dobrovolnoy-osnove-2655574

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: