Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
14 Ғинуар 2022, 13:40

“Омикрон” Мәскәүҙе яулай...

 Сирҙең Европалағы кеүек уттай гөлтләүе ихтимал, тип иҫәпләй ул

“Омикрон” Мәскәүҙе яулай...
“Омикрон” Мәскәүҙе яулай...

Федераль медик-биология агентлығы учреждениеларында тикшереү үткән пациенттар  араһында “омикрон” штамын эләктергән ауырыуҙар 76 процент тәшкил итә, тип хәбәр итә ведомство етәксеһе Вероника Скворцова. Мәскәүҙә ауырыуҙарҙың артыуы билдәле.

“Беҙ “омикрон”дың бик йылдам “хакимлекте” үҙ ҡулына ала барыуын күрәбеҙ – барыһынан да элек “дельта”ны ҡыҫырыҡлай,” – тине етәксе “Рәсәй-24” телеканалы эфирында.

Илдә “омикрон” штамын асыҡлау өсөн ошо ведомство хеҙмәткәрҙәре тарафынан тест-система теркәлде. Ғалимдар яҡын арала илдә сирҙең яңы көс менән башланыуын күҙаллай. Петр Чумаковтың әйтеүенсә, февраль башында эпидемиологик хәл киҫкенләшәсәк, сөнки “омикрон” илгә үтеп инде. Бәйләнештәрҙе, вирус таралыуын тотҡарларға тырышыуға ҡарамаҫтан, ауырыуҙар тиҙҙән Европалағы кеүек уттай гөлтләйәсәк, тип иҫәпләй ул.

Ил Президенты Владимир Путин пандемияның яңы һынауына әҙерләнеү өсөн яҡынса ике аҙна бар, тип белдерҙе. Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, яңы тулҡындан ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ, сөнки ул Рәсәйҙә 2021 йыл аҙағында тарала башланы. Вакцина яһатыуҙың сирҙән һаҡланыуҙа иң ышаныслы “ҡорал” икәнен онотмайыҡ.

Фото:ГТРК Башкортостан

Автор:Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: