Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
18 Октябрь 2021, 18:09

Салауат районында рейдтар көн һайын үтә

Бөгөн, 18 октябрҙән, Башҡортостан Башлығы Указындағы үҙгәрештәрҙең өсөнсө сикләү саралары үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сертификат-белешмәһеҙ матурлыҡ, массаж салондары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндарға, мунса-сауналарға, 50 кешенән артыҡ урынлы кафе-ресторандарға инеү рөхсәт ителмәй.

Салауат районында рейдтар көн һайын үтә
Салауат районында рейдтар көн һайын үтә

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия бөгөн дә рейд үткәрҙе. Улар район үҙәгендәге сауҙа объекттарын, төҙөлөш материалдары магазиндарын, матурлыҡ һәм массаж салондарын, бөҙрәханаларҙы тикшерҙе.   

– Әгәр бөҙрәханала вакцинаһыҙ клиентты хеҙмәтләндерәләр икән, парикмахерға 50 мең һумға тиклем штраф янай, – тип аңлатты Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығының территориаль бүлеге баш белгес-эксперты Зинаида Зәйнетдинова.

Марс Кашапов хәбәр итеүенсә, районда профилактик рейдтар көн һайын үтәсәк. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоусылар административ яуапҡа тарттырыласаҡ. Тиҙҙән сауҙа-хеҙмәтләндереү объекттарына QR-код, вакцинация сертификаты һәм коронавирус сирен үткәреү тураһында справка менән генә индерәсәктәр. Сөнки ПЦР-тестар 27 октябрҙән һуң ғәмәлдән сыға. Тимәк, прививкаһыҙ барлыҡ ҡулланыусылар баҙары хеҙмәттәрен алыуға юлдар ябыла. Был иҫкәртеү сараларын властар халыҡтың һаулығын хәстәрләгәндән индерҙе.

Коронавирус сиренән һаҡланығыҙ, вакцина яһатығыҙ, үҙ сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ!

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: