Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 10:06

"Әйҙәгеҙ, осрашып, һәйкәл тураһында һөйләшәйек!"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышына бәйле һөйләшеүгә саҡыра.

 Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов социаль селтәрҙәргә түбәндәге яҙманы ҡуйҙы.

"Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн тарихи шәхес кенә түгел, ә күп йәһәттән сакраль фигура. Ул беҙҙең гербта, топонимикала, ғөмүмән, бөтә республика биләмәһендә, Өфөнөң иң танылған урынында сағылдырылған, яратҡан хоккей командаһы ла уның исемен йөрөтә.

Салауат Юлаевтың Башҡортостан, башҡорт халҡы өсөн мәғәнәүи һәм философик әһәмиәте тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Салауат Юлаевҡа һәйкәл илебеҙҙең, йәмәғәтселектең милли ҡаҙанышы булып тора, ул - Европалағы иң ҙур атлы скульптура һәм республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. Шуға күрә мине һәйкәл яҙмышына бәйле дискуссияларҙы, бәхәстәрҙе күҙәтеү бик ғәжәпләндерә, социаль селтәрҙәрҙә властарҙың скульптураға ҡарата башҡарырға теләгән эшмәкәрлек буйынса уйҙырмалар бик күп.

Был йәһәттән, минеңсә, беҙгә бөтәбеҙгә лә осрашып, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһенә арналған һөйләшеү үткәрергә кәрәк. Йәмәғәтселек, ғалимдар, эксперттар, республика һәм ҡала властары органдары менән бергә. Оҙаҡҡа һуҙмай, Республика көнөнән алыҫлашмай. Уртаға һалып һөйләшәйек.

Иртәгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының конференц-залында осрашырға тәҡдим итәм. Шәхсән рәүештә Азамат Ғәлинде, Салауат Хәмиҙуллинды, Зөһрә Бураҡаеваны, Азат Бердинды, Юлдаш Йосоповты, Ғәлим Яҡуповты саҡырам. Фекер алышыуҙа беҙҙең аҡһаҡалдар - Рәшит Шәкүр, Хөрмәтулла Үтәшев, Мирас Иҙелбаев, Мәрйәм Бураҡаеваның килеүен теләйем. Үҙемдең яҡтан республика һәм ҡала властары органдары вәкилдәре булыуын тәьмин итәсәкмен.

Ҡатнашырға теләгәндәр, миңә яҙығыҙ. Һәйкәл яҙмышы өсөн ысын күңелдән ҡайғырған һәм конструктив фекер алышыуға әҙер булған һәр кемде көтәбеҙ.

Әйткәндәй, ковид-сикләүҙәрҙе иҫәптә тотоп, "түңәрәк өҫтәл"гә прививка яһатҡандар йәки биш айҙан әҙерәк ваҡыт эсендә сирләгәндәр (тейешле документтарҙы күрһәтеп) индереләсәк", - тип яҙҙы Азат Бадранов.

Фото А. Бадрановтың сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
"Әйҙәгеҙ, осрашып, һәйкәл тураһында һөйләшәйек!"
"Әйҙәгеҙ, осрашып, һәйкәл тураһында һөйләшәйек!"
Автор:"Башҡортостан"
Читайте нас: