Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
12 Октябрь 2021, 18:03

Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде

Бөгөн Салауат районы башлығы Марс Кашапов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия сауҙа объекттары буйлап рейдҡа сыҡты. Улар Малаяҙ ауылында урынлашҡан супермаркеттарҙа, кейем-һалым магазиндарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшерҙе.

Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде
Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде

Ҡайһы бер магазиндарҙа социаль дистанция һаҡлауҙы күрһәтеүсе һыҙаттарҙы яңыртыу талап ителә, бәғзеләрендә термометрҙар һәм температура үлсәүҙе теркәү журналдары булмай сыҡты, шулай уҡ бар сауҙа нөктәләренә лә граждандарҙы коронавирус сиренән зарарланыуҙы иҫкәртеүсе мәғлүмәттәр ҡуйылмаған. Комиссия сауҙа хеҙмәткәрҙәренә асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса иҫкәрмә яһаны.

– Бөгөндән, 12 октябрҙән, Башҡортостан Башлығының Указындағы үҙгәрештәргә ярашлы, сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙе коронавирустан вакцина яһатыу тураһында сертификат, сирҙе үткәреүгә справка йәки кире ПЦР-тест тураһында белешмә күрһәтеп кенә индерергә мөмкин. Был талаптар үтәлергә тейеш, – тип һатыусыларҙың иҫенә төшөрҙө хакимиәт башлығы Марс Кашапов.

Әйтергә кәрәк, бындай ҡағиҙәләр музейҙар, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдарына инеүгә, ҡала-ара маршрут автобустарында йөрөүгә лә ҡағыла. Йәғни, коронавирустан вакцина эшләтеүеңде йәки сирҙе үткәреүеңде, йә иһә инфекция булмауын документ менән иҫбатлай алмаһаң, үрҙә һанап үтелгән объекттарға үткәрмәйәсәктәр, автобусҡа ла ултыртмаясаҡтар. Ә кире ПЦР-тест тураһында ҡағыҙ өс көндән иҫке булмаҫҡа тейеш, һәм ул 27 октябргә тиклем генә ғәмәлдә була. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта битлек режимы, социаль дистанция буйынса талаптар ҙа һаҡлана. Ведомство-ара комиссия уларҙың үтәлешенә лә иғтибар итте.

18 октябрҙән, киләһе дүшәмбенән, Указдағы үҙгәрештәрҙең өсөнсө сикләү саралары үҙ көсөнә инә. Унда инде сертификат-белешмәһеҙ матурлыҡ, массаж салондары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндарға, 50 кешенән артыҡ урынлы дөйөм туҡланыу урындарына индермәйәсәктәр.

Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде
Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде
Малаяҙҙа сауҙа объекттары тикшерелде
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: