Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
30 Сентябрь 2021, 11:52

Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Кисә Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тыуып үҫеп, хәҙер Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Республика етәксеһе яҡташтарыбыҙҙы башҡортса сәләмләне.

«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар! Һаумыһығыҙ! Ҡаҙағстанға барырға йыйынғанда республикабыҙҙа тыуып үҫеп, әлеге көндә бында йәшәгән, эшләгән, үҙҙәренең тамырҙары тураһында онотмаған яҡташтар менән осрашырға теләгәйнек, – тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙағстанда бөтәһе 17 мең башҡорт дуҫ һәм татыу ғүмер кисерә».

Башҡортостан Башлығы ил етәкселегенә Ҡаҙағстанда йәшәгән бар халыҡтарға милли берҙәйлеген һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған өсөн рәхмәт әйтте.

«Дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхите милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә, – тине Радий Хәбиров. – Белеүегеҙсә, беҙ башҡорт телен үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, бының өсөн заманса һанлы технологияларҙы ҡулланабыҙ. Йыл ярымда телде өйрәнеүселәрҙең әҙерлек кимәле төрлө булыуын иҫәптә тотоп, 12 мобиль ҡушымта булдырҙыҡ. Бөтәһен дә еңел генә күсереп алырға мөмкин. Минең телефонымда ла ошондай бер нисә ҡушымта бар».

 

Республика етәксеһе тиҙҙән «Башҡортсофт» русса-башҡортса онлайн-тәржемәсе сығасағын хәбәр итте, яҡташтарыбыҙҙы башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантта әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

«Бөгөн Нур-Солтанда Башҡортостан Конгресс-бюроһының Ҡаҙағстандағы вәкиллеге офисын астыҡ. Асылда был – тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн майҙансыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Уның бурыстарының береһе – Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү».

 

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә күсереү буйынса дәүләт программаһы тураһында ла һөйләне.

Ҡаҙағстандағы «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев билдәләүенсә, был – ошондай юғары кимәлдә үткән тәүге осрашыу.

«Башҡортостан Башлығы менән аралашыу – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, – тине Урал Аҙнабаев. – Беҙҙең «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһе 2017 йылда ойошторолдо.  Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ, башҡорт мәҙәниәте кисәләре, байрамдар, күргәҙмәләр уҙғарабыҙ, башҡорт фильмдарын күрһәтәбеҙ, спорт турнирҙары ла ситтә ҡалмай,  Йәштәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Киләсәктә йәкшәмбе мәктәбе һәм уҡ атыу буйынса спорт клубы асырға уйыбыҙ бар. Эшебеҙҙә Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы илселеге, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт власы органдарының ярҙамын тоябыҙ».
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: