Йүрүҙән
+12 °С
Облачно
Подписаться на Дзен
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм-канал
MAX
Актуаль мәсьәлә
22 Июня 2021, 06:29
Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре нисек үтәсәк?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республиканың барлыҡ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙғарыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республиканың барлыҡ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙғарыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
«Беҙ уларҙы үткәрәбеҙ! Был мөһим ваҡиға ғүмерҙә бер генә була. Һәр белем биреү учреждениеһы байрамдың форматы тураһында ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итә», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе мәғариф министры Айбулат Хажинға мәктәп директорҙарын йыйып, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе аңлатырға ҡушты.
«Айырыуса иғтибарығыҙҙы хәүефһеҙлек сараларына йүнәлтеүегеҙҙе һорайым», — тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» ойошторолоуы хаҡында
хәбәр иткәйне
.
https://
www.bashinform.ru/news/1608268-radiy-khabirov-nazval-usloviya-provedeniya-shkolnykh-vypusknykh-v-bashkirii/
Автор:
"Башинформ"
Читайте нас