Бөгөн, 2 мартта Өфө ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" республика конкурсы финалистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Сара граждандар йәмғиәте институттарын әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, гүзәл заттың статусын күтәреү маҡсатын ҡуя. Уны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғара.
Салауат районынан был әһәмиәтле конкурста Арҡауылдан Луиза Хәйретдинова һәм Янғантау урта мәктәбе уҡытыусыһы Лиана Ғәлиуллина ҡатнашты. Улар әүҙем гражданлыҡ торошо һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәниәт байлыҡтарын пропагандалауға ҙур өлөш индергән өсөн Диплом һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Афарин, Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары!