Билдәле булыуынса, 17 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы Премьер-министр - Андрей Назаров билдәләнде. Шуға күрә Хөкүмәт составында бер ни тиклем үҙгәрештәр булыр тип көтөлгәйне. Бөгөн был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Шулай итеп яңыртылған Хөкүмәткә әле булған ун вице-премьерҙын туғыҙы инде. Яңы составҡа Фәнүр Йәғәфәров инмәне.
– Беҙ Фәнүр Йәғәфәровты кире Башлыҡ хакимиәтенә алабыҙ. Уның комптенциялары һәм эше беҙҙең яҡта кәрәгерәк, шуға күрә уның менән һөйләштек һәм шундай ҡарарға килдек. Ҡалған вице-премьерҙар шул килеш ҡаласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш төбәк Хөкүмәтендә элекке кеүек үк Премьер-министрҙың ике беренсе урынбаҫары буласаҡ.
– Уларҙың береһе Хөкүмәттең ағымдағы эшмәкәрлеген тәьмин итәсәк, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотасаҡ. Икенсеһе – республиканың иҡтисади үҫеше, инвестициялар йәлеп итеү өсөн яуаплы буласаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Тағы бер үҙгәреш ведомстволарҙың исемдәренә арналды. Ошо көндән алып өс дәүләт комитеты министрлыҡҡа әйләндерелде. Бына улар:
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты – Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы;
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса министрлыҡ;
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты – Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.
Бынан тыш Хөкүмәт составына республианың Үҫеш корпорацияһы һәм республиканың Стратегик эшләнмәләр үҙәге инәсәк.
– Ауыр эпидемиологик хәлгә һәм башҡа проблемаларға ҡарамай, беҙ үҫеш тураһында уйлайбыҙ. Киләсәккә ҡарарға, ҡулдарҙы төшөрмәҫкә, көстәрҙе тупларға һәм алға барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.