Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
18 Сентябрь 2020, 14:14

Указға йәнә үҙгәреш индерелде: нимә рөхсәт ителә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, республикала “Юғары әҙерлек” тәртибен ғәмәлгә индереү тураһында”ғы Указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, республикала “Юғары әҙерлек” тәртибен ғәмәлгә индереү тураһында”ғы Указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, социаль учреждениеларҙағы кешеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 15 октябргә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ошо көнгә тиклем социаль учреждениелар автономиялы режимда эшләүен дауам итә.
Дәүләт вазифаларын башҡарған йәки республиканың дәүләт органдарына етәкселек иткән кешеләр коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булған сит илдәргә йәки төбәктәргә командировкаларға айырым осраҡтарҙа һәм Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы ғына сыға ала.
Читайте нас: