Яҡын киләсәктә Яңы Ҡаратаулы ауылы янында “Карауанһарай” этнографик комплексын төҙөү күҙаллана. Унда эко-отель, күңел асыу паркы, милли аш-һыу ресторандары төҙөләсәк. Мәғлүм булыуына, комплекста халыҡ кəсептəре буйынса йəрминкəлəр һəм оҫталыҡ дəрестəре үтәсәк.
Яндырылған Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-туристик комплексы ҡалҡып сығасаҡ. Унда музей, тирмə глэмпингы, палаткалы лагерь, уҡтан атыу урыны һəм ат һарайын төҙөү планлаштырыла. “Мəсетле киҫелеше” урынында иһә “Алтын сөй” геологик музейы һалынасаҡ. Был ҙур һәм әһәмиәтле объектта геология музейы, панорамалы кафе, килгəн ғалимдарға эшлəү өсөн офис-лаборатория буласаҡ.
Әлегә был объектарҙы төҙөү өсөн уларҙың проекттары әҙерләнә.