Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
11 Сентябрь 2020, 12:25

Коллективтары менән милли кейемгә арналған флешмобҡа ҡушылдылар

Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Шул йәһәттән Салауат районы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә милли кейемгә арналған флешмобҡа ҡушылды. Улар эш урынына милли кейемдәр кейеп, милли биҙәүестәр тағып килде.Әйткәндәй, был флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә #МойНациональныйКостюм, #МиллиКостюм хэштэгтары менән 9-11 сентябрҙә милли костюмдарҙа фото һала ала. Иң сағыу фотолар 2021 йылдың фотокалендарендә баҫылып сығасаҡ.

Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Шул йәһәттән Салауат районы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә милли кейемгә арналған флешмобҡа ҡушылды. Улар эш урынына милли кейемдәр кейеп, милли биҙәүестәр тағып килде.
Әйткәндәй, был флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә #МойНациональныйКостюм, #МиллиКостюм хэштэгтары менән 9-11 сентябрҙә милли костюмдарҙа фото һала ала. Иң сағыу фотолар 2021 йылдың фотокалендарендә баҫылып сығасаҡ.
Читайте нас: