Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
8 Сентябрь 2020, 13:51

БӘХИЛ БУЛ, ВЕТЕРАН!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рафиҡ Мөхәмәтйәр улы Дияров арабыҙҙан китте. Уны бөгөн ерләйәсәктәр.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рафиҡ Мөхәмәтйәр улы Дияров арабыҙҙан китте. Уны бөгөн ерләйәсәктәр.
Рафиҡ Мөхәмәтйәр улы Дияров Бишәүҙәр ауылында тыуған.
Әрмегә алынғанда ул 17 йәшлек егет кенә булған. 32-се уҡсылар полкында курсант булараҡ уҡып сыға. 1945 йылдың 1 майында Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Япон милитаристары менән барған яуҙарҙа ҡатнаша. Һуңынан ул Маньчжурияла дошманды тар-мар итә. 1945 йылда япон квантун әрмеһе тар-мар ителгәс, уны 72-се гвардия миномет полкына, һуңынан Приморьелағы “Катюша” дивизионына ебәрәләр. Уның батырлыҡтары бихисап миҙалдар, 2-се дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән билдәләнгән.
1952-1987 йылдарҙа колхозда эшләй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр. Бәхил бул, ветеран!
Читайте нас: