Баҡтиһәң, ул тән ауырлығын кәметеүгә булышлыҡ итә икән. Бының өсөн иртән йоҡонан уянғас, сәй йәки ҡәһүә урынына бер стакан һыу эсергә кәрәк.
Иртән эселгән бер стакан һыу һәм сама менән ашау ярҙамында кеше артыҡ тән ауырлығынан ҡотола ала. Ошо ҡағиҙәләр үтәлгәндә, организмда шәкәр кимәле, артериаль ҡан баҫымы нормалләшә икән. Бынан тыш, Японияның Медициналар ойошмаһы (JMA) хәбәр итеүенсә, был иртәнге процедура организмдан токсиндарҙы сығара, үҙәк көйөүенән ҡотолдора, метоболизм процесын шәбәйтә.