Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
14 Май 2020, 16:10

БӘРӘҢГЕ УҢҺЫН ТИҺӘҢ

Уны үҫтереү серҙәре менән сайтта танышығыҙ:

Бәрәңге әүәл-әүәлдән халҡыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе булып һаналған. Бәрәңгең бар икән, ас ҡалмаҫһың тип белмәй әйтмәгән өлкәндәр. Уны үҫтереүҙе беҙ иң ябай шөғөл тип ҡарарға күнекккәнбеҙ. Әммә “икенсе икмәк”тән мул уңыш алыу өсөн иртә яҙҙан эш башларға кәрәклеген оноторға ярамай.
Орлоҡҡа ҡалдырылған бәрәңгене мөгәрәптән сығарғас, сирлеләрен айырып, 5 – 10 сантимер ҡалынлыҡта соланға йәки һарай эсенә һалып, таратып ҡуйырға, киптерергә кәрәк. Йылылыҡ 10 градустан артмаҫҡа, шулай уҡ яҡтылыҡ булырға тейеш. Был талаптар үтәлгәндә, шытым ҡуйы- йәшел төҫтә була.
Белгестәр бәрәңге күҙәнәктәрен колорадо ҡуңыҙына ҡаршы препараттар менән эшкәртергә кәңәш итә. Ҡоротҡостар ағыулы күҙәнәкте ашап үлә, өҫкә сығып өлгөрмәй.
Тағы бер проблема – сәсеү әйләнеше юк баҡсаларыбыҙҙа. Бәрәңге гел бер урында үҫкәнгә ер талсыға. Шуға ла орлоҡто йыш яңыртып торорға кәрәк. Күршең менән алмаштырыу ҙа файҙаға ғына.
Тупраҡ эшкәртеүгә лә иғтибар биреү мөһим. Орлоҡто 5 -7 сантиметрҙан да артыҡ тәрәнлектә ултыртыу кәрәкмәй, сөнки тупраҡ өҫтөндәге йылылыҡ үҫемлектең һабағына ер өҫтөнә тиҙерәк ҡалҡып сығырға ярҙам итә. Бәрәңгенең рәт аралары 60 – 70 сантиметр булһын, сөнки үҫентене күмгәндә тупраҡ етергә тейеш. Әйткәндәй, еңелсә итеп өс мәртәбә күмергә кәрәк: сәскә атҡансы, ямғыр яуғас, йәнә бер тапҡыр. Күмгән һайын яңы бәрәңгеләр формалаша, уңыш күберәк була.
Ҡайһы берәүҙәр көлөн файҙалана. Көл – калий ашламаһы, иң файҙалы нәмәләрҙең береһе. Һәр төпкә бер-ике ҡалаҡ көл һалһағыҙ, ул уңышығыҙҙы төрлө ауырыуҙарға бирешеүҙән дә һаҡлаясаҡ.
Читайте нас: