Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
13 Апрель 2020, 14:20

РАМАҘАН АЙЫНДА НИНДӘЙ СИКЛӘҮҘӘР БУЛАСАҠ?

Республикала Изге Рамаҙан айында ҡайһы бер сикләүҙәр индереләсәк. ТУЛЫРАҠ:

Республикала алда көтөләсәк Изге Рамаҙан айында ҡайһы бер сикләүҙәр индереләсәк. Билдәле булыуынса, күмәкләп уҡыла торған Тәүәрих намаҙҙары һәм дөйөм ифтар табындары уҙғарылмаясаҡ. Был ғәмәлдәрҙе өйҙә лә башҡарырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин халыҡтың мәсеттәргә килеп, ишектәрҙе шаҡып йөрөмәүен һораны. Бөгөнгө шарттарҙа күмәкләп намаҙ уҡыу – ул яҡындарыңдың сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырыу тигән һүҙ.
Читайте нас: