Көндәр йылыныу менән талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары тураһында ишетелә башлай. Талпандар тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынғас әүҙемләшә. Уларҙың кешегә иң күп һөжүм иткән ваҡыты май-июнь айҙарына тура килә. Август аҙағында, сентябрь баштарында ла талпандарҙың әүҙемлеге күҙәтелә. Республикала йыш осраған һәм кеше һаулығына ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған талпан энцефалиты сирен ошо сир менән зарарланған талпандар йоҡтора.