Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
7 Апрель 2020, 14:55

Үҙизоляция осорон файҙалы үткәрә

Өйҙә ултырғанда ваҡытты файҙалы ла, һәм киреһенсә файҙаһыҙ уҙғарырға була. Шулай ҙа бихисап райондаштарыбыҙ буш ваҡытты әрәм итмәй, битлектәр тегә, тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә, йорт тирәһен таҙарта, йүнәтә. Улар ваҡыттарын нисек уҙғарғандарын социаль селтәрҙәргә һалып, башҡаларҙы ла тик ултырмаҫҡа дәртләндерә.Лаҡлы ауылында йәшәүсе Светлана Шиһаеваға үҙизоляция осоро - яратҡан шөғөлө менән булырға уңайлы ваҡыт. Фантазияһын эшкә егеп, ҡатын ябай ептән һоҡландырғыс сәскә гөлләмәләре яһай. Үҙизоляция осорон уңышлы файҙаланып, Светлана яңы бәйләм алымдарын өйрәнә, схемалар эҙләп, яңы идеяларын тормошҡа ашыра.Ә һеҙ үҙизоляция ваҡытында нәмә эшләйһегеҙ? Был хаҡта “Йүрүҙән” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ.

Өйҙә ултырғанда ваҡытты файҙалы ла, һәм киреһенсә файҙаһыҙ уҙғарырға була. Шулай ҙа бихисап райондаштарыбыҙ буш ваҡытты әрәм итмәй, битлектәр тегә, тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә, йорт-тирәһен таҙарта, йүнәтә. Улар ваҡыттарын нисек уҙғарғандарын социаль селтәрҙәргә һалып, башҡаларҙы ла тик ултырмаҫҡа дәртләндерә.
Лаҡлы ауылында йәшәүсе Светлана Шиһаеваға үҙизоляция осоро - яратҡан шөғөлө менән булырға уңайлы ваҡыт. Фантазияһын эшкә егеп, ҡатын ябай ептән һоҡландырғыс сәскә гөлләмәләре яһай. Үҙизоляция осорон уңышлы файҙаланып, Светлана яңы бәйләм алымдарын өйрәнә, схемалар эҙләп, яңы идеяларын тормошҡа ашыра.
Ә һеҙ үҙизоляция ваҡытында нәмә эшләйһегеҙ? Был хаҡта “Йүрүҙән” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: