Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
7 Апрель 2020, 15:08

ҮҘАЛЛЫ ИЗОЛЯЦИЯ РЕЖИМЫ МӘЛЕНДӘ БАҘАР ЭШЛӘРМЕ?

Үҙаллы изоляция режимы мәлендә Малаяҙ баҙарының эшләүен теләр инегеҙме? Ошо һорау менән район Хакимиәте халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

Үҙаллы изоляция режимы мәлендә баҙарҙың эшләүен теләр инегеҙме? Ошо һорау менән район Хакимиәте халыҡҡа мөрәжәғәт итте. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә район Хакимиәтенең рәсми төркөмөндә халыҡтан һорау алыу ойошторолдо. 162 кешенең 99-ҙы был осорҙа баҙар эшләргә тейеш түгел, тигән фекерен белдерҙе.
Ысынлап та, баҙар – халыҡ күп йыйылған урын. Бигерәк тә унда сит райондарҙан, өлкәләрҙән һатыу иткәне хәүеф тыуҙыра. Шуға ла район Хакимиәте халыҡтың фекерен иғтибарға алып, баҙарҙың эш режимын хәл итәсәк.
Читайте нас: