Салауат районында урамдарҙа, подъездарҙа, ғөмүмән халыҡ күп йөрөгән йәмәғәт урындарҙа санитар эшкәртеү башланды.
Район ветеринар станцияһы хеҙмәткәрҙәре район үҙәгендәге урамдарҙы, тротуар һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙы махсус раствор менән дезинфекция яһай. “Комус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре күп фатирлы йорттарҙың подъездарында санитар эшкәртеү уҙғаралар.