Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
31 Март 2020, 13:55

“САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ ВАРИҪТАРЫ АРТҠА СИГЕНМӘЙ!”

Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә быуын Башҡортостан халҡының ынтылышын ҡәнәғәтләндерҙе. Легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был тарихи ваҡиғаны беҙҙең республика 75 йылға яҡын көттө.Шул йәһәттән флешмоб старт алды. Был саранан Салауат районы ла халҡы ситтә ҡалманы. Генерал Шайморатов үҙенең яугирҙәрен яуға күтәргәндә “Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!”, - тип ҡабатлаған. Был девизды салауаттар ҡағыҙға яҙып, уның менән фотоға төшөп, социаль селтәрҙәргә һалды. Һеҙ ҙә флешмобҡа ҡушыла алаһығыҙ. Бының өсөн үрҙә әйтелгәндәрҙе эшләп, #шаймуратовгерой хештеген да ҡуйырға онотмағыҙ.Бирешмәйек, дуҫтар! Ата-олатайҙарыбыҙ ҡурҡыныс дошманды еңгән, беҙ иһә 21-се быуат афәтенә ҡаршы торорға үҙебеҙҙә көс табайыҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә быуын Башҡортостан халҡының ынтылышын ҡәнәғәтләндерҙе. Легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был тарихи ваҡиғаны беҙҙең республика 75 йылға яҡын көттө.
Шул йәһәттән флешмоб старт алды. Был саранан Салауат районы ла халҡы ситтә ҡалманы. Генерал Шайморатов үҙенең яугирҙәрен яуға күтәргәндә “Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!”, - тип ҡабатлаған. Был девизды салауаттар ҡағыҙға яҙып, уның менән фотоға төшөп, социаль селтәрҙәргә һалды. Һеҙ ҙә флешмобҡа ҡушыла алаһығыҙ. Бының өсөн үрҙә әйтелгәндәрҙе эшләп, #шаймуратовгерой хештеген да ҡуйырға онотмағыҙ.
Бирешмәйек, дуҫтар! Ата-олатайҙарыбыҙ ҡурҡыныс дошманды еңгән, беҙ иһә 21-се быуат афәтенә ҡаршы торорға үҙебеҙҙә көс табайыҡ.
Читайте нас: