Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
25 Март 2020, 16:44

ТАШҠЫНҒА ӘҘЕРБЕҘМЕ?

Районда авария-ҡотҡарыу техникалары барланды

Салауат районында авария-ҡотҡарыу һәм йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәттәренең яҙғы ташҡынға әҙерлеге ҡаралды. Сара район хакимиәте башлығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Марс Кашапов етәкселегендә уҙғарылды. Тикшереү барышында кешеләрҙе һыуҙа ҡотҡарыу ҡоролмаларына ҙур иғтибар бирелде. Район Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда барыһы 40 кеше, 34 берәмек техника йәлеп ителде. Комиссия шулай уҡ яҙғы ташҡын ҡурҡынысы янаған ерҙәрҙә лә булды. Һыу кимәле ныҡлап күтәрелгәндә, өс ауыл һәм бер иҡтисад объекты ташҡын зонаһында ҡалыуы ихтимал. Халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн бар саралар күрелгән.
Читайте нас: