Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
19 Март 2020, 11:45

Эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, тауыш биреү 22 апрелдә үтәсәк

Илдең төп документын бер кем дә үҙгәртергә йыйынмай, Конституцияға өҫтәмәләр генә индереләсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Илдең төп документын бер кем дә үҙгәртергә йыйынмай, Конституцияға өҫтәмәләр генә индереләсәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Уның фекеренсә, төп ҡанунда дәүләттең социаль үҙенсәлеген асырға кәрәк.
– Әгәр ҙә коронавирус менән бәйле проблемалар килеп сыҡһа, ҡанун тауыш биреүҙе һуңғы осорға күсереп торорға мөмкинлек бирә, – тип тә билдәләне ил етәксеһе.
Илдәге эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, тауыш биреү 22 апрелдә үтәсәк.
Владимир Путин тәүге тапҡыр Констицияға төҙәтмәләр индереү кәрәклеге хаҡында үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп ҡанунды үҙгәртеү буйынса күп эштәр башҡарылды һәм ҡанун проекты рәүешендә рәсмиләштерелде. Бер нисә аҙна эсендә ул бөтә кәрәкле процедураларҙы үтте: Дәүләт Думаһында, Федерация Советында, төбәк парламенттарында хуплау тапты, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: