Үҙмәшғүлдәргә ҡағылған йәки “Һөнәри килемгә һалым” тип аталған федераль закон 2019 йылдың 1 ғинуарында илебеҙҙең дүрт төбәгендә – Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Калуга өлкәһендә һәм Татарстанда – ғәмәлгә ингәйне. Ә быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙең 23 төбәгендә – Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Воронеж, Волгоград, Калуга, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалин, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Красноярск, Пермь крайҙары, Ненецк, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Ямал-Ненецк автономиялы округтары, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары – биләмәләрендә һөнәри килемгә һалымды түләргә мөмкин. Быйыл 1 июлдән һалым режимын тотош ил буйлап файҙаланып буласаҡ.
Түбәндәгеләрҙе хәтергә төшөрәйек: үҙмәшғүл граждандар – эш биреүсеһе булмаған һәм эшселәр йәлеп итмәй килем алған кешеләр. Был йәһәттән сикләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, күмәртәләп һәм берәмләп сауҙа итеү менән шөғөлләнергә, агент килешеүе буйынса эшләргә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы табырға, дарыу, алкоголь кеүек маркировка талап иткән тауарҙарҙы һатырға ярамай. Ҡалған эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә мөмкин, тик хеҙмәттәрҙе шәхсән үҙегеҙ күрһәтергә һәм тауарҙарҙы тик үҙегеҙ етештерергә тейешһегеҙ. Йыллыҡ килем суммаһы ла 2 400 000 һумдан артырға тейеш түгел.
Өҫтәүенә “Роспотребнадзор”ға, законға ярашлы, эшмәкәрлек тураһында иҫкәртергә кәрәк булған кеүек, үҙмәшғүл гражданға ла ошо талапты үтәргә тура киләсәк. Мәҫәлән, эш башларға теләгән маникюр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү үтергә бурыслы. Сөнки ошо процедураны үтмәйенсә “Роспотребнадзор”ға мөрәжәғәт итеп булмаясаҡ.
Ә бына лицензия буйынса айырым талаптар юҡ. Тик бына үҙмәшғүл косметологҡа медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн был документ кәрәк. Тимәк, эшмәкәрлек төрөн лицензияһыҙ атҡарып булмай икән, юлларға тура киләсәк. “Төп эш менән бер юлы үҙмәшғүллек мөмкинме?” тигән һорауҙар ҙа бирелә ҡай саҡ. Мөмкин. Тик бына килем күләме 2,4 миллион һумдан ашһа, башҡа һалым режимын һайлау мотлаҡ.
Үҙмәшғүллектең ыңғай яҡтары:
Һалым түләүсе булараҡ теркәлеүе ҡыйын түгел. 422-се Федераль закондың 5-се статьяһы 2-се пунктына ярашлы, бының өсөн ғариза, уға беркетелгән фотография һәм паспорт күсермәһе талап ителә; Бар документтар ҙа һалым хеҙмәтенә “Минең һалым” ҡушымтаһы аша ебәрелә. Әгәр граждан “Шәхси кабинет” сервисына теркәлһә, ғаризаны “Минең һалым” ҡушымтаһы аша бирергә мөмкин; Һалым иҫәпләмәһен формалаштырыу, килем тураһындағы декларацияны тултырыу кәрәкмәй. Үрҙә әйтелгән закондың 14-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, һалым түләүсе клиенттары менән чек ярҙамында иҫәпләшергә тейеш, йәғни электрон формаға һатып алыусы һәм эшләнгән операция тураһында мәғлүмәттәр индерелә. Ошо чек ҡағыҙ йәки электрон рәүештә һатып алыусыға бирелә һәм уның күсермәһе һалым инспекцияһына ебәрелә; Граждандар менән иҫәпләшкәндә һалым ставкаһы – дүрт, ә шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар менән иҫәпләшкәндә алты процент тәшкил итә. Һалым түләүсе Пенсия фондына, Мотлаҡ медицина һәм Социаль страховкалау фондтарына түләүҙәрҙән азат ителә. Тағы түбәндәгеләрҙе оноторға ярамай.
Һалым режимы 2028 йылға тиклем тип иҫәпләнгән. Әле уның оҙайтыласағы билдәле түгел. Килем күләме лә сикләнгән: 2,4 миллион һум. Ошо лимиттан сумма ашһа, һалым түләүҙең “эшҡыуарлыҡ” режимына күсергә кәрәк буласаҡ. Әгәр граждан был бурысын үҙе атҡармаһа, автоматик рәүештә ошондай режимға күсереләсәк. Рәсәй Һалым кодексының 129.13-сө статьяһына ярашлы, һалым инспекцияһына эшләнгән иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе биреүҙең тәртибен йәки ваҡытын боҙған саҡта дөрөҫ һәм ваҡытында түләнмәгән һалым суммаһынан 20 процент күләмендә автоматик рәүештә штраф һалынасаҡ. Әгәр беренсе тапҡыр ошо хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлеп, тағы ярты йыл эсендә мәғлүмәттәрҙе биреүҙең тәртибе йәки ваҡыты боҙолһа, штраф күләме ошо килем күләмендә буласаҡ. Үҙмәшғүллек тураһындағы закон әле эксперимент рәүешендә ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта 422-се Федераль закондың 1-се статьяһында әйтелә. Шуға уға төрлө үҙгәрештәрҙең индерелеүе ихтимал. Тик һалым һалыу ставкаларын арттырырға һәм килем күләме 2,4 миллион һумдан кәметелергә тейеш түгел.
Үҙмәшғүлдәргә ҡағылған был һалым эшҡыуарлыҡты үҫтерергә лә булышлыҡ итмәйенсә ҡалмаҫ. Тик бер нәмә бар: был һалым төрөнөң ыңғай йәки кире яҡтарын ваҡыт ҡына күрһәтәсәк. Шул саҡта дәүләт үҙенең тағы үҙгәртеүҙәрен индерерме-юҡмы икәнлеге асыҡланасаҡ.