Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ эпидемияһының башланыуы тураһында хәбәр итте.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 27 ғинуарҙан 2 февралгән тиклем республикала 27 469 кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләп киткән, уларҙың 69,8% – балалар.
Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү эпидемия сигенән 35,6% юғарыраҡ. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ул 31,3% артҡан, тип хәбәр итте ведомство. Мәктәп йәшендәге балалар араһында эпидемия сиге 31,9% күтәрелгән.
Уҙған аҙнала Өфөлә 7 640 киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән балаларҙа – 4 526 осраҡ. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙар һаны 13% артҡан. Сирҙең эпидемия сиге өлкәндәр араһында – 23,1%, 7-14 йәшлектәрҙә 16,6% артыуы күҙәтелә.
Эпидемия миҙгеле башланыуға бәйле Роспотребнадзор идаралығы шәхси һаҡланыу саралары хаҡында хәтергә төшөрә. Кеше күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын кәметергә, битлек кейергә, сирлеләр менән тығыҙ аралашмаҫҡа, ҡулды һабынлап йыуырға, танау ҡыуышлығын сайҡатырға, бүлмәне даими елләтергә, туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп алырға, С витамины булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашарға. Иммунитетты күтәргән препараттар ҡулланырға, иң яҡшыһы – табип кәңәше буйынса. Ғаиләлә йәки эштә грипп менән ауырыусылар булһа, табип менән кәңәшләшеп, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башларға мөмкин.