Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
31 Ғинуар 2020, 15:41

Анализдар раҫланмаған

Ҡытайҙан ҡайтҡандан һуң дауаханаға оҙатылған өфөләрҙә коронавирус табылмаған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы вирусты «ғәҙәттән тыш хәл» тип иғлан иткән. 28 ғинуарҙа Ҡытайҙан температура менән ҡайтҡан өс пассажирҙы йоғошло сирҙәр дауаханаһына алып киткәндәр. Улар араһында ике йәшлек бала ла булған. 24 ғинуарға тиклем тағы ике кеше дауаханаға һалынған. Бөтә пассажирҙарҙың да анализ һөҙөмтәләре һәйбәт. Вирус табылмаған. Ҡытайҙа иһә 2019-nCoV коронавирусы тыуҙырған пневмониянан 213 кешенең ғүмере өҙөлгән. Донъяла 10 мең кеше зарарланған. 171-е һауыҡҡан. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың таралыуын халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныған. 30 ғинуарҙа Рәсәй илдең көнсығышындағы сикте япҡан. Бойороҡҡа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Ҡытайҙан ҡайтҡандан һуң дауаханаға оҙатылған өфөләрҙә коронавирус табылмаған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы вирусты «ғәҙәттән тыш хәл» тип иғлан иткән.

28 ғинуарҙа Ҡытайҙан температура менән ҡайтҡан өс пассажирҙы йоғошло сирҙәр дауаханаһына алып киткәндәр. Улар араһында ике йәшлек бала ла булған. 24 ғинуарға тиклем тағы ике кеше дауаханаға һалынған. Бөтә пассажирҙарҙың да анализ һөҙөмтәләре һәйбәт. Вирус табылмаған.

Ҡытайҙа иһә 2019-nCoV коронавирусы тыуҙырған пневмониянан 213 кешенең ғүмере өҙөлгән. Донъяла 10 мең кеше зарарланған. 171-е һауыҡҡан.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың таралыуын халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныған.

30 ғинуарҙа Рәсәй илдең көнсығышындағы сикте япҡан. Бойороҡҡа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Читайте нас: