Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
29 Ғинуар 2020, 12:29

ТҮЛӘҮЛЕ БИЛЬЯРД, КЛУБТЫҢ ЭШ ГРАФИГЫ...

Татар Малаяҙы ауылы халҡын мәҙәниәт өлкәһендә ниндәй һорауҙар борсой?

“Татар Малаяҙы ауылы клубы буйынса һорауҙар бар ине. Унда түләүле хеҙмәттәр индерҙеләр. Мәҫәлән, бер сәғәт бильярд бер кешенән 50 һум тора. Йәштәрҙең уйнарға теләктәре бар, әммә ҡиммәт булғанлыҡтан уйнай алмайҙар. Ни өсөн шул бильярдты бөтөнләй түләүһеҙ, йә осһоҙораҡ итмәҫкә? Ауылда башҡа бара торған урын юҡ бит... Элекке клуб мөдире йәштәрҙән аҡса һорамай, кем күпме ҡалдыра ала, шулай түләй ине, ә хәҙер “закондар” үҙгәрҙе. Тағы ла шул күңелде ҡыра - клубтың эш графигы ниндәй булырға тейеш? Халыҡ сәғәт 6-ла яңы эштән ҡайта, ә мәҙәниәт усағы йыш ҡына сәғәт 7-лә бикләнә.”
Р.ХАНОВА
Һорауға райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев яуап бирҙе:
“ Татар Малаяҙы ауылы клубы – проблемалы зоналарҙың береһе. Халыҡтың һорауҙарына интернет, гәзит аша яуап бирергә түгел, ә улар менән күҙмә-күҙ осрашып, сетерекле мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итергә теләк бар ине. Шуға күрә иртәгә, 30 ғинуарҙа 18.00 сәғәттә Татар Малаяҙы ауылы клубына халыҡты осрашыуға саҡырам”.
Читайте нас: