Баҡһаң, яңы коронавируста ярғанат һәм йылан вирустары бар, имеш. Улар йыландың организмында гибрид хасил иткән дә, кешегә йоҡҡан. Тәүҙә инфекцияны диңгеҙ ризыҡтары баҙары таратҡандыр, тигән фараз булған. Унда балыҡ, ҡыҫала-фәләндән башҡа, тағы ла һарыҡ, йорт ҡуяндары, йылан ите һатылған. Тикшереү, сығанаҡты эҙләү дауам итә.