Халыҡ теге йәки был проблемаларҙы хәл итеүҙәрен һорап, район башлығы Марс Кашаповтың социаль селтәрҙәге шәхси битенә яҙа. Көн һайын тиерлек ҡар яуғанлыҡтан, бөгөн күптәрҙе юл таҙартылыу мәсьәләһе борсой.
Малаяҙ ауылында йәшәүсе бер ҡатын Коммунистик урамындағы күперҙә юл таҙартылмағанын белдерҙе. Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова һуңғараҡ ҡатынға яуап биреп, күперҙең ҡарҙан таҙартылыуын әйтте.
Әйткәндәй, Марс Фәррәх улы райондың ҡар таҙартыу техникаһы юғары әҙерлектә эшләүен һәм бар һорауҙар менән уға мөрәжәғәт итеүҙәрен белдерҙе.