Декабрҙә картуф 5,2 процентҡа, һуған, кишер, сөгөлдөр һәм кәбеҫтәгә 1,8 – 6,3 процентҡа, помидорға – 16,0 процентҡа, ҡыярға – 1,6 тапҡырға артҡан.
Емеш-еләктән виноград, груша һәм алмаға хаҡтар 2,0 – 4,2 процентҡа күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта лимон, банан һәм апельсинға хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә. Шәкәргә хаҡ төшшөүен дауам итә. Бер айҙа – 6,2 процентҡа, бер йылда 36,6 процентҡа төшкән. Декабрҙә йомортҡаға хаҡ 10,2 процентҡа күтәрелгән.
Икмәккә, һөт һәм һөт аҙыҡтарына, сырға – 1,0 – 3,7 процентҡа, үҫемлек майына 2,4 – 4,0 процентҡа, кәнфит, кекс, рулет кеүек тәмле-татлыларға 0,8 – 2,8 процентҡа хаҡ күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта тортҡа хаҡ 1,2 процентҡа төшкән.
Ярмаларҙан хаҡ артыу буйынса беренсе урында ҡарабойҙай килә. Бер айҙа 8,8 процентҡа күтәрелгән. Башҡа ярмаларға иһә йыл дауамында 3,0 – 3,5 процентҡа хаҡ артыуы күҙәтелгән. Әйткәндәй, дөгө (3,2) менән тары (5,5) ярмаһына хаҡ төшкән.
Бынан тыш, тәмәкегә, бензинға, газ яғыулығына шулай уҡ хаҡ артҡан.
Дарыуҙарға хаҡтың күтәрелеүенә аптырарға ла түгел, шулай 88,6 проценттан 107,4 процент тигән һандар ғына күҙҙәрҙе маңлайға мендерә кеүек. Ябай ғына анальгиндың хаҡы 107,4 процентҡа артҡан икән.