2020 йылдан пенсия йәше тағы бер йылға артыуға ҡарамаҫтан, былтырғы кеүек үк ул элекке пенсия йәшенән ярты йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә: ҡатын-ҡыҙҙарға 55,5 йәштә һәм ир-егеттәргә – 60,5-тә. Элекке ҡануниәт шарттары буйынса, 2019 йылда хаҡлы ялға сығырға тейешле граждандарға ҡаралған махсус ташлама ошондай аҙымды ҡулланырға мөмөкинлек бирә. Был категорияға 1964 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1959 йылда тыуған ир-егеттәр инә.
Льгота иҫәбенә улар, тыуған көнөн ниндәй ярты йыллыҡҡа тура килеүенә ҡарап, 2019 йылдың икенсе ярты йыллығында пенсияға сыҡты һәм 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында хаҡлы ялға китәсәк.