Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
11 Декабрь 2019, 07:28

ФАЙҘАЛЫ ЭКОЛОГИК ҠЫЛЫҠТАР

Арҡауыл мәктәбендә файҙалы экологик ҡылыҡтар тураһында лекция ойошторолдо. “Янғантау” геопаркы биологы Полина Полежанкина 1-7 класс уҡыусыларына экологик проблемалар, тирә-яҡты таҙараҡ итеүгә ҡоролған файҙалы ун экоҡылыҡ тураһыда бәйән итте.Мәғлүм булыуынса, бөгөн районыбыҙҙың һәр ауылы эргәһендә 22,7 гектар санкцияланмаған сүплек бар. Сүп-сар арҡаһында ер, һауа, һыуҙар бысрана, хайуандар, үҫемлектәр ҡаза күрә. Полина Полежанкина полиэтилен тоҡтарҙан баш тартырға, уларҙы экотоҡтарға алыштырырға, сүп-сарҙы эшкәртеүгә тапшырырға, һыуҙы, ятҡылыҡты бушҡа сарыф итмәҫкә, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән тыйылырға саҡырҙы.

Арҡауыл мәктәбендә файҙалы экологик ҡылыҡтар тураһында лекция ойошторолдо. “Янғантау” геопаркы биологы Полина Полежанкина 1-7 класс уҡыусыларына экологик проблемалар, тирә-яҡты таҙараҡ итеүгә ҡоролған файҙалы ун экоҡылыҡ тураһыда бәйән итте.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн районыбыҙҙың һәр ауылы эргәһендә 22,7 гектар санкцияланмаған сүплек бар. Сүп-сар арҡаһында ер, һауа, һыуҙар бысрана, хайуандар, үҫемлектәр ҡаза күрә. Полина Полежанкина полиэтилен тоҡтарҙан баш тартырға, уларҙы экотоҡтарға алыштырырға, сүп-сарҙы эшкәртеүгә тапшырырға, һыуҙы, ятҡылыҡты бушҡа сарыф итмәҫкә, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән тыйылырға саҡырҙы.
Читайте нас: