Мөрсәлим урта мәктәбендә 8-11-се класс ҡыҙҙары өсөн участка дауаханаһы акушеркаһы Гөлсинә Исламғазина менән осрашыу ойошторолдо. Был сара Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә уҙғарылды. Осрашыу барышында һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш, егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында мөнәсәбәт тураһында һүҙ барҙы. Бынан тыш мәктәптә аҙна дауамында “Һау булыу – модала!” “Юҡ тип әйтә бел” тигән класс сәғәттәре, төрлө ярыштар уҙғарылды.