“БЕРГӘ ТИКШЕРЕП ТОРОРБОҘ!”
Хакимиәт башлығы Марс Кашапов район юлдарының ҡарҙан һәм боҙлауыҡтан таҙартылыуын контролгә алды. Был хаҡта ул “Бәйләнештә” селтәрендә белдерҙе.
“Ҡыш башланып ҡына тора. Быйыл ҡарҙың күп яуыуы көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, магазин, кафе, офис, бөҙрәхана һәм башҡа ойошмалар үҙҙәренең биләмәһен ҡарҙан, боҙҙан, сүп- сарҙан таҙартып торорға тейеш. Ауыл биләмәһе башлыҡтарынан тротуарҙарҙы ваҡытында таҙартыуын һәм боҙлауыҡтарға ҡом һибеүҙәрен һорайым. Быларҙың үтәлеүен бергәләп тикшереп торорбоҙ”.