Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
5 Ноябрь 2019, 10:25

Яҡтылыҡ - хәүефһеҙлек билдәһе

«Йүрүҙән» гәзитенә Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ул урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеүҙәрен үтенде.

«Йүрүҙән» гәзитенә Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ул урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеүҙәрен үтенде.
- Беҙҙең Октябрь урамында күбеһенсә ололар йәшәй, шулай уҡ йәш ғаиләләр ҙә бар. Малаяҙ ауылының үҙәге булараҡ беҙҙең урамдан кешеләр йыш йөрөй. Күп кенә балалар ҙа был урам аша мәктәпкә бара. Үкенескә күрә, бөгөн беҙҙең урамда ни бары ике фонарь яна. Хәҙер иртә ҡараңғы төшә башланы. Күптәр өйҙәренә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Балаларға ла ҡараңғыла йөрөргә тура килә. Бар ата-әсәләрҙең дә уларҙы ҡаршыларға мөмкинлеге юҡ. Урамдың осонда, КБО-ға боролоп киткән урын бөтөнләй яҡтыртылмай. Кисен берәй ҡайҙа барыуы ҡурҡыныс. Шул урында йыш ҡына иҫеректәр йыйыла. Берәйһе ябырылһа, береһе лә күрмәйәсәк. Малаяҙ үҙәгендә яҡтылыҡты яйлап булмаймы ни инде?
Урлашыу, талауҙар - ғөмүмән енәйәти күренештәр күбеһенсә төнгө ваҡытта, кеше күҙе күрмәгәндә теркәлә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, яҡтылыҡ менән Башҡортостан урамдары һәм юлдарының яҡынса 68 проценты ғына тәьмин ителгән. Яҡтылыҡ - ул хәүефһеҙлек билдәһе. Шуға күрә был бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
Бының турала район Хакимиәтендә белеп, киләсәктә урам тулыһынса яҡтыртылыр тип ышанабыҙ.
-----------------------
Жительница с. Малояз просит помощи в организации уличного освещения
В редакцию газеты «Юрюзань» обратилась жительница с. Малояз. Она попросила помочь ей решить проблему с освещением.
В с. Малояз по улице Октябрьская живут в основном пожилые люди, но есть и молодые семьи с детьми.
- На нашей улице всегда многолюдно, так как это центр Малояза. Многие люди спешат на работу, школьники - в школу, ну или просто по своим делам. А возвращаются домой поздно, когда на улице уже темно. Встречают своих детей не все. А надо бы! Идешь с работы: на улице темень. Горят только два фонаря. Свет только от проезжающих машин. На перекрестке в сторону КБО совсем нет освещения. Просто мёртвая зона какая-то. Вечером с ребенком выйти страшно, постоянно пьяные ошиваются. Если нападут, никто не увидит. И фонари, которые есть зажигаются очень поздно. Для чего они тогда вообще нужны? Неужели в центре Малояза нельзя наладить освещение?
Мы надеемся, что об этой проблеме узнают в администрации района, и на данном участке всё-таки появится освещение.
Читайте нас: