Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
25 Октябрь 2019, 12:36

“БСТ- ны нисек ҡарарға?”

“БСТ- ны нисек ҡарарға?” Һанлы телевидениеға күсеү сәбәпле, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына мөрәжәғәт итеүселәр республиканың төп каналын ҡарай алмауҙарына зарланған. #һанлытелевидение #цифровоеТВ

Һанлы телевидениеға күсеү сәбәпле, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына мөрәжәғәт итеүселәр республиканың төп каналын ҡарай алмауҙарына зарланған.
“Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Юлдашбаева хәбәр итеүенсә, “цифрлы” приставка ҡуйып, 20 каналға күскәндәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарауҙан мәхрүм ҡалған. Шылтыратыусыларға улар аналог сигналды ҡабул итеүсе антеннаны телевизорға көйләргә кәңәш биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 октябрҙән федераль телеканалдарҙың аналог тапшырыуы туҡтатылһа ла, республиканың БСТ каналы элеккесә күрһәтеүен дауам итә.
Был аҙнала “Шоңҡар” клубына һәм “ҡыҙыу линия” телефондарына Арҡауыл, Мөрсәлим һәм Лағыр ауылдарынан шылтыратҡандар. Клуб ағзалары уларға приставканы, антеннаны көйләү буйынса консультация менән ярҙам иткән.
Читайте нас: