Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
23 Октябрь 2019, 13:06

17 ауылда “һанлы” сигнал юҡ

17 ауылда “һанлы” сигнал юҡ 14 октябрҙән аналог һүндерелде. Салауат районының 17 ауылында һанлы телевидение бөтөнләй тотмай. Улар ниндәй ауылдар һәм унда йәшәүселәр бөгөн нисек телевизор ҡарай икән? САЙТТА #һанлытелевидение #цифровоеТВ

14 октябрҙән аналог һүндерелде. Салауат районының 17 ауылында һанлы телевидение бөтөнләй тотмай.

Башҡорт һәм Рус Илсекәйе, Гусевка, Иҙрис, Миндеш, Ишембай, Мөсәт, Покровка, Радио, Таймый, Ташауыл, Урҙалы, Урмантау, Атаутамаҡ, Сыбаркүл, Черепан, Юлай, Яхъя ауылдары “цифрлы” телевидение сигналы зонаһынан ситтә ҡала. Шулай уҡ ҡайһы бер ауылдарҙа ул өлөшләтә генә тота.
Һанлы телевидениеға күсеү буйынса районда әллә ниндәй ҙур ажиотаж тыуманы, – тине район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Гүзәл СӘФИУЛЛИНА. – Салауат районы ауылдары таулы урындарҙа урынлашҡан бит. Шуға халыҡ был яңылыҡҡа алдан әҙер ине. Ҡайҙа сигнал көсһөҙ, күптәр спутник йәки кабелле телевидение аша телевизор ҡарауға күскәйне инде.
Республика программаһына ярашлы, сигнал зонаһынан ситтә ҡалған ауылдарҙа йәшәүсе льготалы категория граждандар быйыл апрелдән октябргә тиклем спутник ҡоролмалары менән тәьмин ителгән. Салауат районында Арҡауыл, Ахун, Ҡалмаҡтар, Свобода, Яҙғыйорт ауылдары эргәһенә һанлы телевидение өсөн биш башня төҙөлгән (уны РТРС сайтының https://ufa.rtrs.ru/ интерактив картаһынан ҡарарға мөмкин).


Читайте нас: