Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
22 Октябрь 2019, 12:39

“Һанлы сигналға нисек күсергә?”: мөрәжәғәт итеүселәр бар әле

Федераль каналдарҙың аналог тапшырыуы һүндерелеп, һанлы телевидениеға күсеүгә бер аҙна ваҡыт үтте. Район ирекмәндәренән әле лә ярҙам һораусылар бар. Аҙна эсендә 34 мөрәжәғәт килгән. #һанлытелевидение #цифровоеТВ

Федераль каналдарҙың аналог тапшырыуы һүндерелеп, һанлы телевидениеға күсеүгә бер аҙна ваҡыт үтте.
Район ирекмәндәренән әле лә ярҙам һораусылар бар.

Әлкә, Яңы Ҡаратаулы, Нәсибаш, Лағыр, Яңы Сүрәкәй һ.б. ауылдарҙан шылтыратыусылар булды. Башлыса телевизорҙы “һанлы” приставкаға тоташтырыу, антеннаны көйләү тураһында һорайҙар. Беҙ уларға кәңәш менән генә ярҙам итә алабыҙ. Малаяҙҙан тыш, беҙҙең ирекмәндәрҙең ауылдарға сығыу мөмкинлеге юҡ, – тип хәбәр итте “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәксеһе Алена КАРПИЮК.
Мәҫәлән, Черепан ауылынан шылтыратыусыларға, ул яҡта “цифрлы” сигнал тотмауы хаҡында аңлатып, телевидение тапшырыуының альтернатив төрөн һайларға кәңәш биргән улар. “Шоңҡар” клубына 10 шылтыратыу булһа, 24 мөрәжәғәт “ҡыҙыу линия” телефондары аша килгән. Аҙна эсендә бөтәһе 34 мөрәжәғәт булған.
Һанлы телевидение буйынса төбәк “ҡыҙыу линия” телефонына: 8-800-347-00-55 йәки РТРС-тың федераль “ҡыҙыу линия” телефон һандарына: 8-800-220-20-02 шылтыратырға мөмкин.

Читайте нас: