Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
18 Октябрь 2019, 12:33

Үҙең көйләй алмаһаң, ирекмәндәрҙе саҡырт!

– Телевизорға приставка алып ҡуйғайныҡ, егерме каналдың уныһы ғына күрһәтә. Шуға волонтерҙарҙы саҡырҙыҡ, – ти Малаяҙ ауылында йәшәүсе Әбүзәр һәм Гөлниса Ғәтиәтуллиндар. Райондың “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ҡарамағындағы “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары саҡырыу буйынса тейешле адресҡа килеп тә етте. #һанлытелевидение #цифровоеТВ #цифровыеволонтеры

– Телевизорға приставка алып ҡуйғайныҡ, егерме каналдың уныһы ғына күрһәтә, “Беренсе”нән ТВЦ-ға тиклем каналдарҙы ҡарап булмай. Шуға волонтерҙарҙы саҡырҙыҡ, – ти Малаяҙ ауылында йәшәүсе Әбүзәр һәм Гөлниса Ғәтиәтуллиндар.
Райондың “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ҡарамағындағы “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары саҡырыу буйынса тейешле адресҡа килеп тә етте. "Һанлы" ирекмәндәр: 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлнәзирә Юлдашбаева һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалының 2-се курс студенты, Икенсе Иҙелбай ауылы егете Морат Фәрхетдинов
пенсионерҙарҙың телевизорын ҡарап, пиставканы "цифрлы" форматҡа көйләне. Улар йорт эсендә сигналдың көсһөҙ булыуын асыҡлап, Ғәтиәтуллиндарға антеннаны тышҡа ҡуйырға кәңәш бирҙе.


“Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Юлдашбаева хәбәр итеүенсә, Малаяҙҙа һанлы телевидениены тоташтырырға ирекмәндәр ярҙам итә, башҡа ауылдарҙан килгән мөрәжәғәттәр урындағы ауыл хакимиәттәренә йүнәлтелә. Ауылдарҙа өлкән йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә телевизорҙы һанлы форматҡа тоташтыра, көйләй белгән яҡын кешеләре, күршеләре лә ярҙам итә ала.
Ирекмәндәрҙән ярҙам һорау өсөн 2-08-20 телефонына шылтыратырға мөмкин. Республика һәм федераль “ҡыҙыу линия” телефондары: 8-800 347 00 55, 8-800 220 20 02.

Читайте нас: