Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
17 Октябрь 2019, 10:48

“Һанлы” ирекмәндәр ярҙамға ашыға!

– “Цифра”ға күптән түгел генә күскәйнем. “Беренсе канал”, “Рәсәй 1”, НТВ, ТВ-3 каналдарын ҡарай инем. Ни эшләптер, күрһәтмәҫ булды. Волонтерҙарға шылтыраттым, – ти Рәшиҙә Сәлимйән ҡыҙы Хажиева. Һанлы телевидение буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Малаяҙ ирекмәндәре мөрәжәғәт итеүсе граждандарға ярҙамға сыға.

Малаяҙ ирекмәндәре һанлы телевидение буйынса мөрәжәғәт итеүсе граждандарға ярҙамға сыға.
“Һанлы” ирекмәндәр Гөлнәзирә Юлдашбаева һәм Морат Фәрхетдинов саҡырыу буйынса Рәшиҙә Хажиеваға килде.
“Цифра”ға күптән түгел генә күскәйнем. “Беренсе канал”, “Рәсәй 1”, НТВ, ТВ-3 каналдарын ҡарай инем. Ни эшләптер, күрһәтмәҫ булды. Волонтерҙарға шылтыраттым, – ти Рәшиҙә Сәлимйән ҡыҙы.
Ирекмәндәр приставканы тоташтырып, яңынан көйләгәс, телевизор һанлы каналдарҙы күрһәтә лә башланы. Фатир хужабикәһе йәштәргә ихлас рәхмәтен белдерҙе.
Райондың “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Юлдашбаеваның һөйләүенсә, дүрт көн эсендә егермеләп шылтыратыу булған. 13 мөрәжәғәт “ҡыҙыу линия” телефондары аша килгән. “Һанлы” ирекмәндәр район үҙәгенә дүрт саҡырыуға сыҡҡан, ауылдарҙан килгән мөрәжәғәттәр урындағы хакимиәттәргә йүнәлтелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 октябрҙән илдә 20 федераль каналдың аналог тапшырыуы һүндерелде. БСТ каналынан башҡа, республикала телевидение тулыһынса “цифрлы” форматҡа күсте. Һанлы телевидениеға тоташыу буйынса ирекмәндәр (ә улар Башҡортостанда 4 меңләп кеше) өлкән йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтә.

Беҙҙең район ирекмәндәренән ярҙам һорау өсөн 2-08-20 телефонына шылтыратырға мөмкин. Республика һәм федераль “ҡыҙыу линия” телефондары: 8-800 347 00 55, 8-800 220 20 02.
Читайте нас: