Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
15 Октябрь 2019, 13:48

Һанлы телевидение буйынса биш мөрәжәғәт килгән

14 октябрҙә илебеҙ тулыһынса һанлы телевидениеға күсте. Дөйөм федераль 20 каналдың аналог сигналы һүндерелде. Һанлы форматҡа күсеү буйынса кисә һәм бөгөн район халҡынан мөрәжәғәттәр килгән. Тулыраҡ - САЙТТА

14 октябрҙә илебеҙ тулыһынса һанлы телевидениеға күсте. Дөйөм федераль 20 каналдың аналог сигналы һүндерелде.
Һанлы форматҡа күсеү буйынса кисә һәм бөгөн район халҡынан мөрәжәғәттәр килгән.
– Бөгөнгә биш граждандан шылтыратыу алдыҡ. Уларҙың өсөһө “ҡыҙыу линия” аша мөрәжәғәт итте. Күберәген приставканы, телевизор антеннаһын көйләүгә бәйле һорауҙар килде, – тине райондың “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Юлдашбаева. – Бер шылтыратыу Малаяҙҙан булды, унда үҙебеҙҙең ирекмәндәр барҙы. Янғантау, Татар Малаяҙы, Лағыр һәм Яҙғыйорт ауылынан мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен урындағы ауыл хакимиәттәренә еткерҙек. Ауыл биләмәһе башлыҡтары, йәштәр эштәре буйынса белгестәр был мәсьәләне үҙҙәре хәл итә.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәновтың һөйләүенсә, күпселек ауылдарҙа һанлы сигнал тота. Әммә райондың 17 ауылында “цифрлы” телевидение юҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер ауылдарға ул өлөшләтә генә барып етә.
Башҡортостанда йәшәүселәргә һанлы телевидение менән бәйле һорауҙар буйынса теләһә ниндәй ваҡытта “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға, ирекмәндәрҙән ярҙам һорарға мөмкин: 8(800) 347 00-55.

Читайте нас: