Райондың “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары бөгөнгө байрам йәрминкәһендә халыҡҡа һанлы телевидение тураһында аңлатыу эше алып барҙы.
1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары Рената Вәлиева һәм Аделия Зиннәтова (һүрәттә) 14 октябрҙән аналог тапшырыуҙар һүндерелеп, федераль каналдар һанлы форматҡа күсәсәге хаҡында кешеләргә мәғлүмәт ҡағыҙҙары таратты.
Ысынлап та, өс көндән ил телевидениеһы тулыһынса һанлы тапшырыуға күсәсәк. Элекке аналог урынына бушлай юғары сифатлы, 20 каналлы “цифрлы” телевидение ғына ҡараясаҡбыҙ. Бының өсөн заманса телевизор йәки махсус приставка ҡуйырға кәрәк. Әлбиттә, федераль каналдар ғына һанлы форматҡа күсә. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) каналын әүәлгесә ябай антенна ла күрһәтәсәк.