Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
20 Август 2019, 13:37

“Башҡорт ихаталары” программаһы ғәмәлдә.

Янғантау ауылында “Башҡорт ихталары” республика программаһына ярашлы, 5-се йорт ихатаһын төҙөкләндереү буйынса эш башланды. Был программа сиктәрендә Янғантау ауылында Үҙәк урамында урынлашҡан 4-се,5-се,8-се,9-сы,10-сы күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү ҡаралған.

Янғантау ауылында “Башҡорт ихталары” республика программаһына ярашлы, 5-се йорт ихатаһын төҙөкләндереү буйынса эш башланды. Был программа сиктәрендә Янғантау ауылында Үҙәк урамында урынлашҡан 4-се,5-се,8-се,9-сы,10-сы күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү ҡаралған.

Программа "Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылда.
Район башлығы Марс Кашапов күп фатирлы йорт хужалары менән осрашып, уларҙың тәҡдимдәрен тыңланы. Район етәкселеге халыҡ менән бер фекергә килеп, төҙөкләндереү буйынса план төҙөлдө. Шулай итеп, программа сиктәрендә йорт алды тротуарҙары, балалар уйын майҙансығы төҙөкләндереләсәк. Бынан тыш, асфальтлы юл да киңәйтелеп эшләнәсәк.Өфөнән подрядсы ойошма - "Стройцентр" йәмғиәтенең төҙөкләндереү буйынса мастеры Юрий Ишҡыуатов һөйләүенсә, бында эштәр ике аҙнаға яҡын бара. Әле иҫке бордюрҙар һүтелә.

Программа Башҡортостанда урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Конкурс талаптарына ярашлы, аҡсаның 94 проценты - республика, 5 проценты муниципаль берәмек бюджетынан бүленһә, 1 проценты – күп фатирлы йорт милекселәре сараларынан килә.

Ихаталар төрлө булғанлыҡтан, һәр айырым ихата өсөн тәғәйен сумма билдәләнмәгән. Ихатаның үҙенсәлегенән һәм раҫланған төҙөкләндереү стандарттарынан сығып, йәмәғәт-административ комиссия ниндәй эштәр башҡарыу маҡсатлыраҡ булыуы һәм кәрәклеге тураһында ҡарар сығара. Ихаталары программаға инһен өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципаль берәмек хакимиәтенә ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы ҡарай. Комиссия был һәм күрше ихаталарҙың торошона, урындың үҙенсәлегенә иғтибар итә, төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләй һәм биләмәне “Башҡорт ихаталары” программаһына индереү ҡарарын раҫлай.
Читайте нас: