Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
15 Май 2019, 18:44

Алтынға тиң һуған

Алтынға тиң һуғанНи өсөн быйыл был йәшелсәгә хаҡ артты?

Район халҡы быйылғы һуғандың хаҡынан аптырашта ҡалды. Малаяҙ баҙарында сәсеүгә һатылған һуғандарҙың төрлөһө бар. Әммә хаҡтар былтырғыға ҡарағанда күпкә “тешләшә”.

Ундағы хаҡтар хатта Өфө баҙарҙарынан ҡарағанда ла ҡиммәтерәк. Мәҫәлән, республикабыҙҙың баш ҡалаһында һуғандың төрөнә, сортына ҡарап, килограмын 400-ҙән алып булһа, районда һуғандың 0,5 литры – 250-гә, ә 1 литры – 500 һумға һатыла. 1 литр 800 грамм булғанда, һуғандың 1 килограмы 700 һум тирәһе торғанын төҫмөрләргә була.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, күрше кибеттә һатылған черешняның хаҡы - 300 һум. Ә һуған үҫентеһе ике тапҡырға ҡиммәтерәк. Бындай хаҡтар бер урында ғына түгел. Баҙарҙа дүрт урында район халҡына һуған орлоғон тәҡдим итеүселәр бар. Хаҡтар барыһында ла бер үк. Ә шулай ҙа халыҡ һуғандан баш тартмай, ә ,киреһенсә, уны алыу өсөн сиратҡа баҫа. Бындай хаҡтар менән кем байығанын асыҡлауын ҡыйын түгел.

Бына һиңә мә, һуғанға ҡарағанда иттең хаҡы арзаныраҡ! – оло йәштәге бер ҡатын асыуын йәшермәне. – Шундай хаҡҡа һуған алыр өсөн пенсия ниндәй булырға тейеш? Бындай “алтын” һуғандың үҫмәүе лә бар бит әле.

- Ни өсөн һуған был тиклем ҡиммәт?- тип һатыусынан һорайым.

- Быйыл һуған насар үҫкән, орлоҡ менән беҙҙе тәьмин иткән Голландияла ҡоролоҡ булған, - тип яуаплай һатыусы.

- Ә ни өсөн теге аҙнала һуғандың 0,5 литры 120 һум булһа, был юлы ике тапҡырға ҡиммәтерәк?

- Дефицит, “девушка”, шуға орлоҡтар кәмей, магазиндарҙа улар юҡ тиһәң дә була. Ал, юҡһа, орлоҡһоҙ ҡалырһың, - тип һатыусы хәбәрен әйтеп бөттө лә, услап, услап һуған тултырыуын дауам итте.

Һатыусы, әйтерһең, был ваҡытта һуған түгел, ә услап алтын тултыра ине.

Ысынында иһә, һуған проблемаһы беҙҙә генә түгел. Был йәшелсә Рәсәйҙән тыш Европала дефицит икән. Әммә белгестәр оҙаҡламай орлоҡтарҙың өлгөрөүен, һәм уларға хаҡтарҙың төшөүен белдерә.

----------------------

Обычный репчатый лук вдруг стал едва ли не главной "изюминкой" нынешнего сезона — цены на него бьют все рекорды, и в рознице уже приблизились к 700 рублей за килограмм. На рынке в Малоязе цены тоже удивляют. На рынке лук-севок стоит 250 рублей 0.5 л. банка. Это дороже, чем бананы и апельсины — их реально купить по 70-90 рублей.
Впрочем, луковый ажиотаж охватил не только Росcию, но и всю Европу.
Так почему взлетели цены на лук и что с ними будет дальше?
Жители района подходили к прилавку, но цена приводила многих в замешательство. – Да мясо дешевле стоит! – возмущалась пенсионерка. – Кошмар, покупать лук на посев по такой цене. Это ж какую пенсию надо получать? И еще неизвестно, вырастет ли такой «золотой» лучок…
Мы подошли к продавцу.
- Берите, а то совсем сажать нечего будет.
– А почему такой дорогой?
– Потому что неурожай был в прошлом году.
Среди причин специалисты называют ущерб урожаю от плохой погоды: несезонные дожди и засухи. Изменения погоды повлияли и на график посевов.

Читайте нас: