Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
7 Май 2019, 00:55

Биш районға – ике генә машина

#Йүрүҙән_гәзите #Сүпсар_реформаһыМай байрамдары мәлендә ауылдарҙағы сүп-сар контейнерҙарының ваҡытында бушатылмауының сәбәбе билдәле булды. Төбәк операторының райондағы вәкиле Булат ХӨСНӨТДИНОВ беҙгә былай тип яуап бирҙе:

Май байрамдары мәлендә ауылдарҙағы сүп-сар контейнерҙарының ваҡытында бушатылмауының сәбәбе билдәле булды. Төбәк операторының райондағы вәкиле Булат ХӨСНӨТДИНОВ беҙгә былай тип яуап бирҙе:


Байрам көндәрендә лә коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу ойошторолдо. Яҙ көнө халыҡ күпләп сүп түгә. Шуға контейнерҙар тиҙ тула. "Прогресс" ойошмаһынан бар төньяҡ-көнсығыш райондарына ике генә берәмек "КамАЗ" автомобиле йөрөй. Ә беҙҙең Салауат районына бер машина ғына килә. 30 куб. м һыйҙырышлы махсус автомобиль график буйынса ғына йөрөп өлгөрмәй. 8-әр кубометрлы контейнерҙар тиҙ тула. Бер Мөрсәлимдә генә шундай 7 контейнер.
Районда б
өтәһе 60-тан ашыу контейнер бар.


Аңлайбыҙ, баҡса, төҙөкләндереү осоро. Контейнерҙарға ағас, таҡта кеүек ҙур габаритлы сүп ырғытмаһын ине халыҡ. Уларҙы утынға ваҡларға була. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы: ҡағыҙ, пластик, быяла, металл кеүек ва
ғыраҡ кәрәкмәгән әйберҙәрҙе генә контейнерға һалырға кәңәш итәбеҙ.


Шулай уҡ уҡығыҙ:

"Сүп-сар" реформаһы – Урмансыла https://iyryzan.rbsmi.ru/articles/aktual-m-s-l/s-p-sar-reforma-y-urmansyla/

Сүп-сар реформаһы ниндәй хәлдә? https://iyryzan.rbsmi.ru/news/s-p-sar-reforma-y-nind-y-kh-ld-/


Читайте нас: