Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
6 Май 2019, 00:20

"Сүп-сар" реформаһы – Урмансыла

#Йүрүҙән_гәзите #Сүпсар_реформаһыУрмансы ауылында сүп контейнеры тирәһе бөгөн ошондай хәлдә. Күрәһең, байрам көндәре мәлендә Лаҡлы ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә, төбәк операторына ла сүп-сар ҡайғыһы булмаған. Контейнер тулған, килеп алыусы юҡ. Тулыраҡ сайтта:

Урмансы ауылында сүп контейнеры тирәһе бөгөн ошондай хәлдә.


Көнкүреш ҡалдыҡтар менән эш итеүсе "Махсус автохужалыҡ" предприятиеһы төбәк операторының райондағы вәкиле Булат ХӨСНӨТДИНОВ ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуҙар мәлендә белдереүенсә, контейнер тулыу менән урындағы ауыл хакимиәте башлығы уларға хәбәр итергә тейеш. Мәғлүм булыуынса, төбәк операторының ҡалдыҡтарҙы ташыусы операторы итеп "Прогресс" йәмғиәте билдәләнгән. Контейнерҙағы сүпте ошо ойошманың "КамАЗ" автомобиле Мәсәғүт ТБО-һына илтеп түгә.


Күрәһең, байрам көндәре мәлендә Лаҡлы ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә, төбәк операторына ла сүп-сар ҡайғыһы булмаған. Контейнер тулған, килеп алыусы юҡ. Хатта ҡайһы берҙәр сүптәрен шул майҙансыҡ янына ғына ауҙарып киткән. Контейнер майҙансығы профнастил менән кәртәләнгән, тик унда керерлек юлы эшләнмәгән.


Бына шулай бөгөн ауылда "сүп-сар" реформаһы бойомға ашырыла ла инде.


Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ оператив кәңәшмәлә:

– Миңә "Бәйләнештә" селтәре аша сүп-сар мәсьәләһе буйынса даими мөрәжәғәт итәләр.

Ауыл хакимиәте башлығы ҡайҙа ҡарай, ни өсөн урындағы депутаттар быға вайымһыҙ ҡала? Контейнер тулғас, хәбәр итергә кәрәктер бит ул? Төбәк операторы менән һәр ауыл биләмәһе буйынса график төҙөлөргә лә тейеш.



Читайте нас: