Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
22 Ғинуар 2019, 16:43

Сүп-сарыңды үҙең илтеп ташла!

Район үҙәгенән тыш, ауылдарҙа коммуналь ҡалдыҡтарҙы контейнерҙарға ғына йыясаҡтар. Төбәк операторы менән яңыраҡ кәңәшмә уҙғарғанда район властары шундай ҡарарға килгән. Һәр бер ауылға махсус эшләнгән майҙансыҡтарға кәмендә бер контейнер ҡуйыла. Әле район ауылдарына 36 контейнер алынған.

Ауылдарҙа бының өсөн махсус контейнер майҙансыҡтары булдырылды
Сүп-сар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү халыҡта бик күп һорауҙар тыуҙырҙы. Был реформа буйынса йәмәғәтселектә бәхәстәр тынмай. Хәйер, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән быйылдан төбәк операторҙары шөғөлләнергә тейеш тә ул, әммә урындарҙа халыҡтан сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу барыбер ауыл биләмәләре хакимиәттәренә йөкмәтелде.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВҡа Мөрсәлимдән Фәриә Ниғәмәтова ауылда контейнерҙар бөтөнләй булмауы тураһында социаль селтәрҙә хәбәр иткәйне. Район етәкселеге Мөрсәлим ауылына байрамдарҙан һуң 9 контейнер ҡуйыласағы тураһында яуап яҙҙы.


– Бөгөнгә Мөрсәлимгә 4 контейнер ултырттыҡ: икеһе – был яҡта, икеһе – тимер юлы аръяғында. Шундай уҡ 8 куб.м һыйҙырышлы 1 контейнер яңы Сүрәкәйгә лә ҡуйылды,
– тине ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов.Тиҙҙән Ҡазандан тағы 3 контейнер килтерергә тейештәр. Уларҙы Ҡарағол, Башҡорт һәм Рус Илсекәйе ауылдарына ҡуясаҡбыҙ. Ауыл халҡы сүп-сарын шул контейнерға алып барып һалһа, “Прогресс” ойошмаһы график буйынса аҙнаһына бер килеп тейәп алып китеп торасаҡ. Киләсәктә, ауылдың ҙурлығын иҫәпкә алып, Мөрсәлимдә контейнерҙарҙың һанын арттырырға уйлайбыҙ.


Әйткәндәй, район үҙәгенән тыш, ауылдарҙа коммуналь ҡалдыҡтарҙы контейнерҙарға ғына йыясаҡтар. Төбәк операторы менән яңыраҡ кәңәшмә уҙғарғанда район властары шундай ҡарарға килгән. Һәр бер ауылға махсус эшләнгән майҙансыҡтарға кәмендә бер контейнер ҡуйыла. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов “Бәйләнештә” селтәрендә шулай тип хәбәр итте. Әле район ауылдарына 36 контейнер алынған.


Мәхмүт ауылынан Лидия Моратова социаль селтәрҙә яҙыуынса, 8 ғинуарҙа ауылда “КамАЗ” менән сүп йыйып йөрөгәндәр, әммә күбеһе ташлап өлгөрмәгән, етмәһә машинаһы ла тулы булған.


– Эйе, ул көндө халыҡтан сүп-сарҙы тоҡлап йыйыу ойошторолдо. Бындай ысулға аҡса бүленмәгәс, унан баш тарттылар,
– тип аңлатты хәлде Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова. – Былтыр декабрҙә һәр бер ауылда халыҡ менән ошо мәсьәләгә арналған йыйылыштар уҙғарҙыҡ, быйыл да булды. Контейнер майҙансыҡтары урынын ауыл кешеләре менән кәңәшләшеп билдәләнек. Кемдер ауылдан алыҫ булмаһын, тиһә, бәғзеләр йортҡа яҡын урынлашмауын теләй. Контейнерҙар алыуға килешеүҙәр төҙөгәнбеҙ, икәүһен декабрҙә үк Арҡауылға килтереп ҡуйҙыҡ. Ауыр булһа ла, хәл яйға һалыныр, тип ышанабыҙ.


Таймый ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев әйтеүенсә, һәр бер ауылға махсус майҙансыҡтар ҡоролған, дүрт ауылға контейнер ҡуйылған, тағы ике ауылға кәрәк әле. Лағыр башлығы Зәбир Ситдиҡов Лағыр һәм Шәрәккә контейнерҙар ултыртылды тиһә, Мәсетле ауыл биләмәһе етәксеһе Адик Асҡаров Мәсетле һәм Ахунда шундай урындар булдырылыуы хаҡында “Бәйләнештә” үҙ халҡына хәбәр итә.


Быға тиклем ауыл халҡы яна торған сүпте мейескә яҡһа, ҡыш буйы йыйылған быяла шешә, консерва һауыттары кеүек ҡатыраҡтарын яҙын сүплеккә илтеп түгә торғайны. Хәҙер һәр кем, йәше лә, ҡарты ла, машинаһы менәнме йә бәләкәй санаға, арбаға һалып, ошо бункерҙарға (күбеһе уларҙың ауыл осонда урынлашҡан) алып барып ташларға тейеш була инде. Йыйылған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы Мәсәғүттән машина алып китәсәк. Ә был яңы хеҙмәт өсөн беҙ төбәк операторына түләргә тейеш булабыҙ. Февралдән һәр йортҡа квитанция килә башлаясаҡ.


P.S. Район үҙәге – Малаяҙ ауылында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу тәртибе икенсерәк ойошторолған. Уның менән Салауат районы Хакимиәтенең рәсми сайтында https://admmaloyaz.bashkortostan.ru/ танышырға мөмкин.
Читайте нас: