Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
18 Ғинуар 2019, 14:27

Төбәк операторы менән килешеү төҙөү мотлаҡ

Күп фатирлы һәм шәхси йортта йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәтен күрһәтеүгә ғинуарҙа төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә бурыслы.

Күп фатирлы һәм шәхси йортта йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәтен күрһәтеүгә ғинуарҙа төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә бурыслы. Ошо хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр.

Бындай килешеүҙәр төҙөү Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Килешеү төҙөү формаһы һәм тәртибе беҙҙең зонаны хеҙмәтләндереүсе төбәк операторының рәсми сайтына ҡуйылған:

“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” (“Спецавтохозяйство по уборке города”) МУП-ы (телефоны: 8(800) 347-80-03, http://sahufa.ru), хеҙмәтләндереү зонаһы – Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары.

Сүп-сар йыйыу һәм сығарыуҙың яңы системаһына күсеүгә бәйле һорауҙар менән төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линия”һына, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы телефонына: 8(347) 218-03-90 шылтыратырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, тотош илдәгесә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм уны күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ ошо хеҙмәткә билдәләнгән тариф буйынса түләргә тейеш.

Был реформа тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик хәүефһеҙ системаһын булдырыу, бик күп законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү һәм яңылары барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау, шулай уҡ сүпте сорттарға айырыу һәм эшкәртеүҙең үҫешкән инфраструктураһын төҙөүгә йүнәлтелгән.




Читайте нас: