Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
3 Декабрь 2018, 19:44

Туҡланыуҙа етешһеҙлектәр асыҡлана

Райондың белем биреү усаҡтарындағы туҡланыуҙың аутсорсинг системаһына күсеүе ата-әсәләрҙә әленән-әле ризаһыҙлыҡтар тыуҙырып тора. Бер ҡатын “Бәйләнештә” социаль селтәре аша республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, уның һорауы “Инцидент” программаһы күҙәтеүенә эләкте. Тулыраҡ...

Мәктәптәге төшкө аш баланың һаулығын формалаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә шундай ғаиләләр ҙә бар: мәктәптә һәйбәт туҡланыу – балалар өсөн ҡайнар аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге. Шуға балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә, эшебеҙҙең һәм иғтибарыбыҙҙың мөһим йүнәлеше, тигәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ республиканың белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһенә арналған кәңәшмәһендә.
Райондың белем биреү усаҡтарындағы туҡланыуҙың аутсорсинг системаһына күсеүе ата-әсәләрҙә әленән-әле ризаһыҙлыҡтар тыуҙырып тора. Бер ҡатын “Бәйләнештә” социаль селтәре аша республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, уның һорауы “Инцидент” программаһы күҙәтеүенә эләкте.
“Радий Фәрит улы, мәктәптәрҙәге һәм балалар баҡсаларындағы аутсорсинг туҡланыу системаһына ҡарата берәй сара күрһәгеҙ ине. Мәҫәлән, бөгөн Янғантау мәктәбендә төшкө ашҡа 140 грамм манный бутҡаһы булды. Ярай беренсе кластар, ә өлкән класта уҡыусыларға шундай аштан һуң 5 дәрес ултыраһы барәле. Беҙгә ниңә аралашсылар кәрәк? Йәшелсәне һәр саҡ үҙебеҙҙең мәктәптең баҡсаһында үҫтерә инек. Уҡыусылар рәхәтләнеп ашай торғайны. Быйылдан балалар аслы-туҡлы йөрөй, ашҡаҙандары ла ауырта башланы. Мәктәп уҡыусылары төшкә тиклем уҡый ҙа ул, ә киске бишкә тиклем йөрөгән балалар баҡсаһы сабыйҙары ни эшләргә тейеш?” – тип яҙған унда әсәләрҙең береһе.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ, һорауҙы ҡабул итеп, һуңынан “Бәйләнештә” селтәрендә уға яуап яҙҙы.
– Һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса район хакимиәтенән комиссия аутсорсинг компанияһы вәкиле Рәфис Зәйнетдинов менән берлектә Янғантау мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында туҡланыу ойоштороуға тикшереү үткәрҙе, ти унда район башлығы. – Тикшереү икенсе блюдоларҙың нормаға тап килеүен, йәғни 200 грамм булыуын асыҡланы. Туҡланыуҙы ойоштороусы мәктәп яны участкаһы йәшелсәләрен дә алып, улар ризыҡ әҙерләүҙә файҙаланыла. Балалар баҡсаһын сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү осраҡтары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тикшереү мәлендә билдәле булды.
29 ноябрҙәге менюны тикшергәндә, икенде (полдник) ашы йәшелсә винегретынан (60 гр.), шәкәрле сәй (200 гр.), бойҙай оно икмәгенән (30 гр.) торғаны асыҡланды. Ул блюдолар бергә – норма. Әммә винегретты бөтә балалар ҙа яратмай, шуға ла ашауға туймайҙар. Комиссия туҡланыуҙы ойоштороуға яуаплы кешеләргә менюны үҙгәртеп, уны сифатлы аҙыҡҡа алмаштырырға ҡушты.
Сентябрҙә граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса беҙ аутсорсинг компанияһы һәм ата-әсәләр комитеты вәкилдәре менән кәңәшмә уҙғарҙыҡ. Унан һуң хәл яҡшырҙы. “Янғантау” шифаханаһы менән дә төп аҙыҡ-түлекте (ит, һөт продукцияһын, икмәк-булка изделиеларын) тәьмин итеүгә һөйләшеүгә өлгәштек. Блюдолар менюһы нормаһына ла төҙәтмәләр индерелде. Шуларҙан бутҡа, бәрәңге иҙмәһе 140-тан 200 грамға тиклем арттырылды.

Ата-әсәләр комитеты ҡарарына ярашлы, районда иртәнге аш хаҡы бер кешегә, йәшенә ҡарамай, көнөнә 20 һум тора. Әлбиттә, был тәҡдим ителгән норманан аҙ һәм ул барлыҡ уҡыусыларға ла бер үк. Туҡланыу өсөн иғәнә хаҡы ата-әсәләр йыйылышында билдәләнә. Ата-әсәләр иғәнәһе суммаһын арттырғанда ғына норманы күбәйтергә һәм ассортиментты киңәйтергә мөмкин. Хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип, һеҙҙең кеүек, мин дә ышанам.
Читайте нас: