Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
28 Август 2018, 15:58

Пенсия йәшен арттырыу нимәһе менән отошло?

– Реформаның төп маҡсаты – пенсия күләмен инфляциянан юғарыраҡҡа күтәреү. Ә быны пенсия йәшен арттырыуҙан килгән финанс ресурстары ярҙамында ғына эшләп була. Был өлкәләге ҡануниәт үҙгәреше эшләмәүсе пенсионерҙарҙың айлыҡ пенсияһын йыл һайын 1 мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота, – ти Салауат районындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Ирек ХӘМИҘУЛЛИН.

Алда көтөләсәк хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырыу менән бәйле пенсия реформаһы ил халҡында төрлө һорауҙар, бәхәстәр тыуҙырҙы. Шулай ҙа Рәсәй Хөкүмәте был үҙгәрештәр пенсионерҙарҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгәнлеген иҫбатларға тырыша.

– Реформаның төп маҡсаты – пенсия күләмен инфляциянан юғарыраҡҡа күтәреү. Ә быны пенсия йәшен арттырыуҙан килгән финанс ресурстары ярҙамында ғына эшләп була. Был өлкәләге ҡануниәт үҙгәреше эшләмәүсе пенсионерҙарҙың айлыҡ пенсияһын йыл һайын 1 мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота, – ти Салауат районындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Ирек ХӘМИҘУЛЛИН. – Йыл һайын Рәсәйҙә эшләүсе халыҡ 0,4 млн. кешегә кәмей. 2019 йылға бер пенсионерға эшкә яраҡлы халыҡтан ике кеше тура киләсәк. Ә 1970 йылда был һан 3, 7 кеше ине. Әгәр пенсия йәше арттырылмаһа, киләсәктә эшсе ҡулдар етмәйәсәк.

Ирек Зәйнулла улының һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн ғүмер оҙайлығын “80+” итеү бурысын хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырылғанда, пенсия ҡануниәтен үҙгәртмәй булмай. Әлеге пенсия йәше билдәләнгәндән 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ошо дәүер эсендә һаулыҡ һаҡлау системаһы сифаты яҡшырҙы, уртаса ғүмер оҙайлығы күтәрелде, хеҙмәт шарттары үҙгәрҙе.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдиме буйынса, ир-аттарҙың хаҡлы ялға сығыу ваҡытын 2028 йылға тиклем – 65, ә ҡатындарҙың пенсия йәшен 2034 йылға ҡәҙәре 63 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Ул ике йыл һайын бер йылға күтәрелә барасаҡ. Был үҙгәрештәр хәҙерге пенсионерҙарға ҡағылмай. Киреһенсә, эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын арттырып, уларҙың социаль статусын һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Ә етеш йәшәгән пенсионер өлкән йәштә лә әүҙем тормош алып бара аласаҡ.


Әйткәндәй

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев РФ Дәүләт Думаһында пенсия системаһын камиллаштырыу буйынса парламент-йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашты.

Уның һүҙҙәренсә, ултырышта Рәсәй Конституцияһы менән гарантияланған дәүләт пенсия тәьминәтен бөтөрөү тураһында бер ниндәй һөйләшеү булмаған. Унда һалым буйынса льготаларҙы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, йәмәғәт транспортында йөрөгәнгә, медикаменттар алыуға айлыҡ компенсация түләүҙәрен ир-егеттәргә – 60, ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәшкә еткәндә биреүҙе ҡалдырырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ ошо йәшкә еткәс, граждандарға алдан төҙөлгән килешеү буйынса пенсияның тупланма өлөшөн алыуға хоҡуғын тәьмин итергә, ир-егеттәргә хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыр өсөн хеҙмәт стажын – 42 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙарға 37 йәшкә төшөрөргә (быға тиклем 45/40 булған), пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләүле отпуск, бушлай йыллыҡ диспансеризация үтеү мөмкинлеге биреү кеүек һ.б. тәҡдимдәр ҙә бар.

Дәүләт Думаһында ошо мәсьәлә буйынса парламент-йәмәғәт тыңлауҙары 21 августа үтте. Пенсия реформаһы буйынса законды икенсе уҡыуҙа ҡарау 24 сентябргә ҡалдырылды.
Читайте нас: